Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
8 Августа , 07:10

Иң тәмле борщ

Уны һыуға һалып бешерһәң дә бик тәмле була. Еңел эшләнә һәм яҡшы һаҡлана. Бар йәшелсә бар саҡта эшләп ҡалайыҡ!

3 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан көнбағыш майы, 125 мл 9 процентлы аш һеркәһе. Бөтә йәшелсәләрҙе лә йыуып турарға, кишер менән сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәрергә. Көнбағыш майының яртыһын һалып помидор менән сөгөлдөрҙө айырым, һуған, кишер менән боросто айырым һауытта бешерергә. Яҡынса 20 минуттан барыһын бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып, тағы ла 20 минут тирәһе талғын утта ҡайнатырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябырға.

Баҙҙарыбыҙ - тулы, йортобоҙ ҡотло булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас