Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
5 Августа , 08:40

Бәшмәк кеүек

Ташҡабаҡтан әҙерләнгән был ризыҡты ашап ҡарап ҡунаҡтарығыҙ уны бәшмәк менән бутаясаҡ.

Ташҡабаҡтан әҙерләнгән был ризыҡты ашап ҡарап ҡунаҡтарығыҙ уны бәшмәк менән бутаясаҡ.

1,5 кг ташҡабаҡҡа 1 баш һарымһаҡ, 30 г тоҙ, 65 г шәкәр, 30 г укроп, 90 мл үҫемлек майы, 90 мл аш һеркәһе алына. Ташҡабаҡтың ҡабығын һәм эсен таҙартып, шаҡмаҡлап, һарымһаҡ, укропты ваҡ ҡына итеп турағыҙ ҙа, тоҙ, шәкәр, унан май һәм аш һеркәһен ҡойоп, яҡшылап болғатығыҙ. Өҫтөн ябып, ике сәғәт маринадланырға ҡалдырып тороғоҙ. Әленән-әле болғатығыҙ. Бәләкәй банкаларҙы (05 л, 0,7 л) аш содаһы менән яҡшылап йыуығыҙ. Ике сәғәттән һуң ташҡабаҡтарҙы шунда тултырабыҙ. Ҙур һауыттың төбөнә таҫтамал һалып, йылы һыу ҡойоп (һыу банканың ауыҙына 1,5 см етмәҫкә тейеш) эсенә банкаларҙы ҡуйып ҡайнатығыҙ. Унан алда стерилләп алынған ҡапҡастар менән банканы ҡаплап тороғоҙ. 15-20 минуттан һуң банкаларҙы алабыҙ, ҡапҡастарҙы нығытып ябабыҙ һәм һыуынғансы ҡалын япма аҫтына түңкәреп ҡуябыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас