Баҡса еләген ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙең иң шәп ысулдары

Яҡындарығғыҙ һөйөндәрәсәк, һәр табындың биҙәге булсаҡ еләк ризығын әҙерләйбеҙ

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҡса еләген ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙең иң шәп ысулдарыБаҡса еләген ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙең иң шәп ысулдары
Баҡса еләген ҡышҡылыҡҡа әҙерләүҙең иң шәп ысулдары

Баҡса еләге өлгөрҙө! Уның менән нимә эшләргә?

Яртылаш ҡырҡып туңдырғысҡа һалырға

Клубниканы йыуығыҙ, киптерегеҙ, ҡойроҡтарын алып ташлағыҙ, икегә бүлеп һәм туңдырығыҙ. Ҡамыр, десерт һәм өйҙә әҙерләгән туңдырма өсөн бик яҡшы.

Ҡуйыртылған һөт менән еләк. Еләкте ваҡ итеп турағыҙ, өҫтөнә ҡуйыртылған һөт ҡойоғоҙ һәм туңдырығыҙ. Был бик тәмле десерт!

Тағы бер тәмлекәс

1 килограмм таҙартылған еләккә 400-500 г шәкәр алығыҙ. Блендер менән ваҡлағыҙ, шәкәр өҫтәгеҙ, болғатығыҙ, контейнерҙарға һалып, һуңынан туңдырғысҡа һалығыҙ.

Клубника вареньеһы. Еләкте 1:1 итеп шәкәр менән болғатығыҙ. Ике мәртәбә ҡайнатып һыуытығ. Ҡайнап сыҡҡас 5 минут ҡына ҡайнатабыҙ ҙа һүндерәбеҙ. Бик тәмле хуш еҫле варенье килеп сыға. Тәмле булһын! 

Автор:Гузель Салихова