Иң тәмле еңелсә тоҙланған ҡыяр

Минераль һыуҙа әҙерләнгән ҡыярҙың тәме барыһын да хайран ҡалдырасаҡ

Иң тәмле еңелсә тоҙланған ҡыярИң тәмле еңелсә тоҙланған ҡыяр
Иң тәмле еңелсә тоҙланған ҡыяр

1 кг ҡыяр, 1 л минераль һыу, 2 аш ҡалағы тоҙ, укроп, 5 бүлкәт һарымһаҡ

Ҡыярҙарҙың ике яҡ осон ҡырҡабыҙ ҙа, укроп менән һарымһаҡты аралаштырып һалабыҙ. Унан минераль һыу (ул ҡайнап, бызырлап китәсәк, шулай булырға тейеш) менән тоҙҙо өҫтәйбеҙ. Артабан тоҙланған ҡыярҙы һыуытҡысҡа бер тәүлеккә ҡуябыҙ. Тоҙлау өсөн ҙур булмаған йәшелсәне алығыҙ. Минераль һыуҙа әҙерләнгән ҡыярҙың тәме барыһын да хайран ҡалдырасаҡ (Ессентуки 17, мәҫәлән).

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас