Һаҡмар
+18 °С
Облачно
Антитеррор

Ашҡаҙанға шәп нәмә ул - базилик

Базилик шулай уҡ бәүел ҡыуығында таш булғанда, бөйөр ауыртҡанда ярҙам итә. Нервы системаһын тынысландыра, баш ауыртыуына ярап ҡала. Баш мейеһенең ҡан әйләнеше боҙолоуы хәүефен кәметә. Һәр төрлө ағыуҙарҙың тәьҫирен нейтралләштерә. Ашҡаҙан ауыртҡанда ошондай төнәтмәне әҙерләгеҙ

Базилик шәмәхә (фиолетовый) һәм йәшел төҫтә була. Уларҙың икеһе лә берҙәй файҙалы. 

Базилик шулай уҡ бәүел ҡыуығында таш булғанда, бөйөр ауыртҡанда ярҙам итә. Нервы системаһын тынысландыра, баш ауыртыуына ярап ҡала. Баш мейеһенең ҡан әйләнеше боҙолоуы хәүефен кәметә. Һәр төрлө ағыуҙарҙың тәьҫирен нейтралләштерә. 

Ашҡаҙан ауыртҡанда түбәндәге төнәтмәне әҙерләгеҙ:

Был төнәтмәгә мотлаҡ яңы өҙөлгән базиликты ҡулланыу мөһим. Әйткәндәй, уны тәҙрә төбөндә лә үҫтереп була. 80 градусҡа тиклем ҡайнатылған һыуҙа 20 минут төнәтелә. Унан сәй кеүек эсергә кәрәк. 

Тымау тейгәндә, йүткергәндә, температура күтәрелгәндә:

1 аш ҡалағы кипкән базиликтың өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Унан 10 минут төнәтегеҙ. Был төнәтмәне көнөнә 2-3 тапҡыр сәй кеүек эсегеҙ. 

Һау-сәләмәт булайыҡ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас