Һаҡмар
+11 °С
Облачно
Антитеррор

Миндек әҙерләүҙең үҙ ваҡыты бар

Дөрөҫ әҙерләнгән миндек сабыныу сараһы ғына түгел, һөҙөмтәле дауа сараһы ла. 

Миндек әҙерләүҙең үҙ ваҡыты барМиндек әҙерләүҙең үҙ ваҡыты бар
Миндек әҙерләүҙең үҙ ваҡыты бар

Мунсаны телгә алғанда беренсе булып нимә күҙ алдына килә? Әлбиттә, миндек (мунса япрағы). Унһыҙ мунсаны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Мунса миндеген әҙерләүҙең дә үҙ ваҡыты бар: Ҡайын: июнь–июль уртаһы;

Кесерткән: июль;

Йүкә: июль-август уртаһы;

Тал: июль–август уртаһы;

Миләш: июль–август уртаһы;

Имән: август–сентябрь уртаһы.

Дөрөҫ әҙерләнгән миндек сабыныу сараһы ғына түгел, һөҙөмтәле дауа сараһы ла.  Һис шикһеҙ, сабыныу менән массажлау – ҡан әйләнешен көсәйтеү, метаболизмды яҡшыртыу һәм тире күҙәнәктәрен асыу маҡсатында үткәрелгән иң мөһим мунса процедураларының береһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас