+13 °С
Облачно
Тупраҡҡа сығарып ултыртырҙан ике-өс көн алда аҫҡы ике-өс япрағын алып ташлағыҙ.
Күсереп ултыртҡанда соҡорға бер аҙ ағас көлө һалығыҙ.
Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн сәскә атҡан мәлдәрендә һыуға бор кислотаһы ҡушып һибегеҙ (10 литр һыуға биш грамлыҡ пакетиктағы алына).
Үҫентеләр ныҡ булһын һәм тиҙ үҫһен өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ. Бының өсөн өс литр һыуға бер тамсы йод тамыҙығыҙ. Был ҡатнашма помидорҙарҙы һәйбәт эреләндерә.
Йод помидорҙарҙы фитофторанан да һаҡлай. Бының өсөн 250 грамм һөткә ике-өс тамсы йод һалып болғатығыҙ. Ошо ҡатнашманы бер литр һыуға ҡушып, помидорҙарға һибегеҙ.
Тик йодтың самаһын бер тамсыға ла арттырмағыҙ. Артыҡ булһа, ул помидорҙарҙың япраҡтарын һарғайта, көсһөҙләндерә.