Еләктәрҙе ашлайбыҙ, мул уңыш алабыҙ

Еләктән мул уңыш алырға теләгән баҡсасылар өсөн был ысул

Еләктәрҙе ашлайбыҙ, мул уңыш алабыҙЕләктәрҙе ашлайбыҙ, мул уңыш алабыҙ
Еләктәрҙе ашлайбыҙ, мул уңыш алабыҙ

Еләктән мул уңыш алырға теләгән баҡсасылар өсөн был ысул.

1 стакан иләнгән көл, 2 г марганцовка, 2 г бор кислотаһы (порошок), 1 аш ҡалағы йод кәрәк буласаҡ. Көлгә 2 литр ҡайнаған һыу ҡойоп, һыуынғас, 10 литр һыуға һөҙөп ҡойорға. Марганцoвка, бор кислотаһын һәм йодты өҫтәргә. Еләктәрҙең япраҡтары һыуланғансы һибергә.
Был кәрәкле ашламалар менән байытыу ғына түгел, ә зыянлы бөжәктәр менән көрәшеүҙең эффектив сараһы ла!

Бер мәртәбә уңыш биргән еләктәргә процедураны йылына ике мәртәбә – сәскә атмаҫ борон һәм көҙөн, еләктәрен йыйып алғас эшләйбеҙ. Ә йәй дауамында уңыш биргән еләктәргә өс аҙна һайын һибәбеҙ. Уңышыбыҙ мул булһын!

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас