Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор

Артроздан бик шәп дегәнәк компресы

Ә беҙ беләһегеҙме, дегәнәк тоҙҙо сығарыу иҫәбенә тубыҡтарҙағы шешенеүҙе бөтөрә, организмдағы алмашыныу процестарын нормалләштерә. Шағыр-шоғор килгән тубыҡтар, аяҡтар талыуы, һыҙлауы бөтөп ҡала. Бындай япманы эшләүе ҡыйын түгел бит. Эшләйек, файҙаһын күрәйек!

Артроздан бик шәп дегәнәк компресыАртроздан бик шәп дегәнәк компресы
Артроздан бик шәп дегәнәк компресы

Дегәнәктең япраҡтарын йыуабыҙ һәм киптерәбеҙ. Һуңынан уларҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Был ҡатнашманы ауыртҡан быуынға тығыҙ ҡатлам менән һалабыҙ, ә өҫтән марля менән ҡаплайбыҙ.

Компрессты төнгөлөккә ҡалдырырға кәрәк. Был үҫемлек тоҙ сығарыу иҫәбенә шешенеүҙе бөтөрә, организмдағы алмашыныу процестарын нормалләштерә. Әгәр бер тапҡыр ғына эффект етмәһә, компрессты бер нисә төн рәттән һалырға мөмкин.

Һау-сәләмәт булайыҡ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас