Умырзаянан бик көслө һәм эффектив төнәтмә әҙерләйҙәр. Бының өсөн умырзаяларҙы йыйығыҙ. Тамыры менән йолҡмағыҙ. Был матур сәскәнең "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелеүен онотмағыҙ! Ваҡ итеп турағыҙ. 0,7 литрлыҡ таҙа һәм ҡоро банкаға туралған умырзаяларҙы тултырығыҙ. Өҫтөнә медицина спиртын йәки сифатлы араҡы йәки сифатлы көмөшкә ҡойоғоҙ. Йылы урынға бер айға ултыртып тороғоҙ. Артабан уны һөҙөп алабыҙ. Ҡулланыу: Ололар көн һайын 1 аш ҡалағына 1 тамсы төнәтмәне ҡойоп, көн һайын бер тамсы өҫтәп 25 тамсыға еткерәләр һәм артабан берәр тамсылап кәметәләр. Бер курс дауалауҙан һуң бер айҙан һуң тағы ҡабатларға була. Умырзая төнәтмәһен рак ауырыуҙарынан, артрит, артроз, ревматизм, тире ауырыуҙарынан, паралич, полиомиелит, нервы ауырыуҙары һәм башҡанан ҡулланалар.
Тик шуныһы бар - ул бик көслө, уны ҡулланғанда һаҡ булырға һәм табип менән кәңәшләшергә кәрәк
. Һау булайыҡ! Гүзәл Иҫәнгилдина.