Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
2 Апрель , 17:35

Шешенеүҙән дә ярҙам итә, һаулыҡҡа ла шәп

Иртәнсәк шешенеп китеп уяндың икән, ти. Күңелеңде төшөрмә. Тиҙ арала баллы һоло төнәтмәһен әҙерләй һал.  1 аш ҡалағы һоло ярмаһын (ул ярма булһа ла, геркулес булһа ла ярай) 1 стакан һыуға һал. Унан 15 минут ҡайнат. Аҙаҡ уны һыуытып, 1 балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ.  Был төнәтмәне иртән ас ҡарынға аҙ-аҙлап йотоп эсеп бөтөгөҙ. Бындай төнәтмәне эскәндән һуң иртәнге аштан баш тартырға тура килер. Хәйер, һинең үҙеңдең дә ашағың килмәҫ.  Бер-ике сәғәттән һуң битеңдәге шеш таралып юҡ булыр.  Был һыу бауырға һәм бөйөргә лә бик файҙалы. Һау-сәләмәт булайыҡ! 

Мәҫәлән, һин иртәнсәк шешенеп китеп уяндың икән, ти. Күңелеңде төшөрмә. Тиҙ арала баллы һоло төнәтмәһен әҙерләй һал. 

1 аш ҡалағы һоло ярмаһын (ул ярма булһа ла, геркулес булһа ла ярай) 1 стакан һыуға һал. Унан 15 минут ҡайнат. Аҙаҡ уны һыуытып, 1 балғалаҡ бал һалып болғатығыҙ. 

Был төнәтмәне иртән ас ҡарынға аҙ-аҙлап йотоп эсеп бөтөгөҙ. Бындай төнәтмәне эскәндән һуң иртәнге аштан баш тартырға тура килер. Хәйер, һинең үҙеңдең дә ашағың килмәҫ. 

Бер-ике сәғәттән һуң битеңдәге шеш таралып юҡ булыр. 

Һау-сәләмәт булайыҡ! 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас