Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Ноябрь 2025, 12:16

Төшкөлөккә - итле ҡыҫтыбый

Был итле ҡыҫтыбыйҙарҙы әҙерләп өсөн кәрәк була: * Ярты килограмм он * 1 йомортҡа * 250 мл һыу * семтем тоҙ * 400 г фарш (тауыҡтыҡы ла ярап ҡала)* 1 баш һуған * 150 мл һыу * йәшелсә, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр.  Йомортҡаны һыу һәм тоҙ менән ҡушып болғатабыҙ ҙа бүлә-бүлә бер нисә тапҡыр он өҫтәп, үҙе йомшаҡ, үҙе һығылмалы ҡамыр баҫабыҙ.  

Был итле ҡыҫтыбыйҙарҙы әҙерләп өсөн кәрәк була: 
* Ярты килограмм он 
* 1 йомортҡа 
* 250 мл һыу 
* семтем тоҙ 
* 400 г фарш (тауыҡтыҡы ла ярап ҡала)
* 1 баш һуған 
* 150 мл һыу 
* йәшелсә, тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр. 

Йомортҡаны һыу һәм тоҙ менән ҡушып болғатабыҙ ҙа бүлә-бүлә бер нисә тапҡыр он өҫтәп, үҙе йомшаҡ, үҙе һығылмалы ҡамыр баҫабыҙ.

Әҙер ҡамырҙы пакетҡа һалып, ярты сәғәт ял итергә ҡалдырабыҙ. 

Эслек әҙерләйек.ю Фаршҡа ваҡ итеп турап һуған, йәшелсәне, һыу һәм башҡа тәмләткестәрҙе ҡушып яҡшылап тысҡыйбыҙ. 

Ҡамырҙы киҫәктәргә бүләбеҙ һәм йәйәбеҙ. Эслекте һалып йәбештереп, ҡоро табала ике яҡлап бешереп алабыҙ.

Ашщығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас