Ысын шафран крокус тигән сәкәнән эшләнелә һәм уның 1 килограмы 400-600 мең һумлап тора. Имеретин шафарны иһә - ул кипкән бәрхәт сәскәләренең тажынан эшләнә. Был ике тәмләткес тә үҙенсә файҙалы һәм хуш еҫле. Ә уның исеме грузиндарҙан килеп сыға. Улар аш-һыуҙы һары төҫкә буяу өсөн тап бәрхәт сәскәләренең таждарын ҡулланғандар.
Сәскәләрҙе төш ваҡытындараҡ йыйыр кәрәк. Ҡул менән өҙмәҫкә тырышғыҙы. Ҡырҡып алығыҙ.
Сәскәләрҙе электр киптергестә киптерергә лә була. Әммә күләгәлә, 12-14 көн киптереүгә бер нәмә лә етмәй.
Кипкән сәскәләрҙең таждарын блендер менән йәки ҡәһеүә иҙгестән үткәрегеҙ.
Әҙер тәмләткесте быяла һауытта ҡапҡасын ябып һаҡлаһағыҙ, өс йыл ҡулланырға була.
Әгәр һеҙ сәскәләрҙе киптергән саҡта, улар көйһә йәки бурһыһа, икенсе йыл теплицаға һибеп, ҡырмыҫҡаларҙан ҡотолорға була.
Эльмира Кейекҡужина әҙерләне.