-5 °С
Болотло
Был рецепт кисәге икмәкте яңыртыу өсөн бик тә ярап ҡала. Әйҙәгеҙ әле, тиҙ генә эшләй һалайыҡ.
Бының өсөн 1 батон йәки кисәге икмәк, 100 гр сыр, 100 гр йомшарған аҡ май, 2-3 теш һарымһаҡ, тәменә ҡарап йәшелсә алына.
Сырҙы ҡырғыстан үткәрәң, һарымһаҡты иҙәң йәки пресс аша үткәрәң, йомшаҡ май, ваҡ итеп туралған йәшелсә ҡушып яҡшылап болғатаң.
200 градусҡа тиклем духовканы ҡыҙҙыраң. Ә бына икмәкте арҡырыға ҡырҡҡыслап сығаң. Унан ярыҡтарға сырлы ҡатнашма менән тултыраң. Унан фольга менән урап, 20 минутҡа духовкаға оҙатаң.
Унан фольганы асып, йәнә 5 минут ултыртып алаң. Икмәктең өҫтө бер аҙ ҡыҙарһын.
ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!