Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
4 Сентябрь 2025, 12:41

Төшкөлөккә тултырылған картуф

Иртән - картуф, төш - картуф, кис тә картуф булып китмәнеме әле? Әйҙәгеҙ, уны төрлөләндереп бешерәйек.  6 эре генә картуфты әрсейбеҙ. 3-4 аш ҡалағы зәйтүн майын, тәменә ҡарап тоҙ, борос һәм тәмләткестәр ҡушабыҙ.  Эслек өсөн 2 киҫәк тауыҡтың түш ите, 3-4 бәшмәк, 1 йәшел борос, 1 башлы һуған, 2 теш һарымһаҡ, 1/2 аш ҡалағы томат пастаһы, 5 аш ҡалағы томат иҙмәһе, борос һәм башҡа яратҡан тәмләткестәр алына. 

Төшкөлөккә тултырылған картуф
Төшкөлөккә тултырылған картуф

Иртән - картуф, төш - картуф, кис тә картуф булып китмәнеме әле?

Әйҙәгеҙ, уны төрлөләндереп бешерәйек. 

6 эре генә картуфты әрсейбеҙ. 3-4 аш ҡалағы зәйтүн майын, тәменә ҡарап тоҙ, борос һәм тәмләткестәр ҡушабыҙ. 

Эслек өсөн 2 киҫәк тауыҡтың түш ите, 3-4 бәшмәк, 1 йәшел борос, 1 башлы һуған, 2 теш һарымһаҡ, 1/2 аш ҡалағы томат пастаһы, 5 аш ҡалағы томат иҙмәһе, борос һәм башҡа яратҡан тәмләткестәр алына. 

Бешамель соусы 1 өймәләмә балғалаҡ аҡ май, шулай уҡ өймәләмә 1 аш ҡалағы он, 250 мл һөт, тәменә ҡарап тоҙ, борос, тимьян, сыр, 1 балғалаҡ томат почтаһынан, 1 стакан ҡайнар һыуҙан эшләнә. 

Картуфты әрсейбеҙ, унан уртаһын ипләп кенә соҡоп алабыҙ. Зәйтүн майына тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәрҙе ҡушып болғатабыҙ һәм картуфты майлайбыҙ. 

Унан картуфты 190 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 30 минуттай бешерәбеҙ. 

* Тауыҡ итен, йәшелсәләрҙе ваҡ итеп турап, табала ҡыҙҙырып алабыҙ. Унан томат пастаһын ҡушып, йәнә ҡурабыҙ. Бынан һуң томат иҙмәһен ҡушабыҙ. Бер аҙ бешерәбеҙ.

Бешамель соусын эшләр өсөн аҡ майҙы иретәбеҙ. Унан он өҫтәп, бер аҙ ҡурабыҙ. Яйлап ҡына һалҡын һөт өҫтәп, соус ҡуйы ғына эшләйбеҙ. 

 

Был ваҡыт эсендә картуф бешеп сыҡты. Уның эсенә эслекте тултырабыҙ, бешамель соусын ҡоябыҙ ҙа өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һалабыҙ. Ә лисҡа томат пастаһын ҡайнар һыу менән иҙеп ҡоябыҙ һәм ҡабаттан духовкаға оҙатабыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 20 минуттай бешереп алабыҙ. 

Байрамса аҙыҡты өҫтәлгә ултыртабыҙ ҙа яҡындарыбыҙҙы табынға саҡырабыҙ. 

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас