Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Август 2025, 12:40

Алманан иң файҙалы ризыҡ

Ул, әлбиттә, ҡаҡ. Хәлһеҙләнгән, тамағына аш бармаған кешеләр ҙә ҡаҡты һурып көс ала. Алманы турайбыҙ, ҡалын төплө кәстрүлдең төбөнә әҙерәк һыу ҡойоп, быҡтырып бешерәбеҙ. Ярты сәғәт бешкәс, 1 аш ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ. Унан һөҙөп, майлы ҙур батмустарға йоҡа итеп ҡойоп,  киптерергә ҡуябыҙ. 

Алманан иң файҙалы ризыҡ
Алманан иң файҙалы ризыҡ

Алманан компот. 

Стерилләнгән өс литрлыҡ банкаға йыуылған ваҡ алмаларҙы йә уларҙы турап һалығыҙ.  Алма банканың өстән бер өлөшөн тәшкил итергә тейеш. Өҫтөнә 170 г самаһы шәкәр, унан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. 5-7 минуттан банканың һыуын ғына һарҡытып кәстрүлгә ҡойоғоҙ. Ҡайнатып сығарып яңынан банкаға ҡойоғоҙ һәм стерилләнгән ҡапҡас менән ябып, түңкәреп ҡуйығыҙ. 

Тәмле булһын!

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас