2 аш ҡалағы етен орлоғон он кеүек әүәләгеҙ ҙә ярты литр ҡайнар һыуға һалып, 5 минут ҡайнатығыҙ. Уттан алғас, ҡапҡасын асмай ғына һыуытығыҙ. Бер аҙ һыуына төшкәс, етен орлоғоноң ҡабығы төбөнә ултыра. Төнәтмәне йылы килеш иртәнге аштан ярты сәғәт алда эсегеҙ.
Әгәр ҡаталаһығыҙ, ҡабығын да ашап ҡуйығыҙ.
Етен организмда биохимия матдәләр алмашыныуын стабилләштерә. Ике айҙан һуң ашҡаҙан аҫты биҙе эшләй башлар, әммә инсулиндан баш тартмағыҙ, диетаны ла теүәл тотоғоҙ. Асығыу тойғоһо көсәйеп, битегеҙ ҡыҙарып торһа, тиҙ генә берәй ризыҡ ҡабығыҙ.
Шулай уҡ табип менән кәңәшләшеп, аҙнаһына бер тапҡыр инсулин дозаһын кәметегеҙ. Етен төнәтмәһен шулай ярты йыл дауамында эсегеҙ.
Инсулиндан бөтөнләйгә баш тартҡандан һуң, был төнәтмәне бер йыл буйына аҙнаһына 4 тапҡыр ҡулланып торор кәрәк.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.