Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
31 Июль 2025, 18:00

Сихыр-зәхмәттән нисек һаҡланырға?

Борон-борондан алама көстәр менән, сихыр менән эш иткән кешеләр булған. Сихыр эләккән кеше ауырыуға һалышыр, ялғышып һөйләшер, ғаиләлә татыулыҡ китер, малтыуар ҡырылыуға сәбәп булыр. Был михнәттән, алама көстәрҙән һаҡланыу өсөн элек-электән Дим буйында, мең башҡорттарында, көрәшеү сараларын күргәндәр:1. Өйгә керер ерҙә буҫағала ат дағаһы беркетелеп ҡуйылған. Бындай өй доғалы була. Аллаһы тәғәлә уның хужаларын ҡара көстәрҙән һаҡлар, насар ниәттәге кешеләрҙең уйҙары шул урында ҡалыр. Иҙән йыуғанда дағаның ҡырыйын һөртөп алғанда: “бисмиллаһир-рахманир-рахим, Аллаҡайым доғаларының көсө артып, ғаиләм, йорт-ҡура, малтыуарҙарымды имен-аман һаҡлаһын”, тип әйтергә.2. Өйҙөң кергән яғынан, өй эсе яҡлап, ишек башына Аятел көрси элеү мотлаҡ. Алама көстәрҙән, алама уйлы кешеләрҙең уйҙары ишектең тыш яғында ҡалыр. Һәр тәҙрә, ҡашаяҡ башына ҡөръән сүрәләренең берәр аяттарын беркетеүҙең дә файҙаһы күп.3. Ишек алдында, кергән кешегә күренерлек итеп, артыш ултыртыуҙың файҙаһы бик ҙур: насар ниәттәге кешенең күҙ ҡарашы шул изге ағаста ҡалып, ихатанан тышҡа алып ташлар. Артыш – муллыҡ, байлыҡ ағасы, мал-тыуарға бәрәкәтлек, йорт-тирәгә именлек, ғаилә кешеләренә иҫәнлек теләп тороусы, Алла тарафынан билдәләнелгән изге ағас. Уның ботағынан элек сырхау, сихыр тейгән кешегә сәй ҡайнатып биргәндәр. Бер ботағын алып, өйҙөң өрлөк ағасына ҡаҙап ҡуйғандар...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Борон-борондан алама көстәр менән, сихыр менән эш иткән кешеләр булған. Сихыр эләккән кеше ауырыуға һалышыр, ялғышып һөйләшер, ғаиләлә татыулыҡ китер, малтыуар ҡырылыуға сәбәп булыр. Был михнәттән, алама көстәрҙән һаҡланыу өсөн элек-электән Дим буйында, мең башҡорттарында, көрәшеү сараларын күргәндәр:
1. Өйгә керер ерҙә буҫағала ат дағаһы беркетелеп ҡуйылған. Бындай өй доғалы була. Аллаһы тәғәлә уның хужаларын ҡара көстәрҙән һаҡлар, насар ниәттәге кешеләрҙең уйҙары шул урында ҡалыр. Иҙән йыуғанда дағаның ҡырыйын һөртөп алғанда: “бисмиллаһир-рахманир-рахим, Аллаҡайым доғаларының көсө артып, ғаиләм, йорт-ҡура, малтыуарҙарымды имен-аман һаҡлаһын”, тип әйтергә.
2. Өйҙөң кергән яғынан, өй эсе яҡлап, ишек башына Аятел көрси элеү мотлаҡ. Алама көстәрҙән, алама уйлы кешеләрҙең уйҙары ишектең тыш яғында ҡалыр. Һәр тәҙрә, ҡашаяҡ башына ҡөръән сүрәләренең берәр аяттарын беркетеүҙең дә файҙаһы күп.
3. Ишек алдында, кергән кешегә күренерлек итеп, артыш ултыртыуҙың файҙаһы бик ҙур: насар ниәттәге кешенең күҙ ҡарашы шул изге ағаста ҡалып, ихатанан тышҡа алып ташлар. Артыш – муллыҡ, байлыҡ ағасы, мал-тыуарға бәрәкәтлек, йорт-тирәгә именлек, ғаилә кешеләренә иҫәнлек теләп тороусы, Алла тарафынан билдәләнелгән изге ағас. Уның ботағынан элек сырхау, сихыр тейгән кешегә сәй ҡайнатып биргәндәр. Бер ботағын алып, өйҙөң өрлөк ағасына ҡаҙап ҡуйғандар.
4. Бетеү тағылған кешегә һис ваҡыт сихыр эләкмәҫ тигән дә ырым бар. Күндән эшләнгән бәләкәй генә янсыҡҡа доғалыҡтар, йә “мин Аллаһы тәғәләнән яратылған”, “мин Аллаһы тәғәләнең ышаныслы ҡоло”, “Хоҙай үҙе һаҡлар”, тип яҙылған яҙыуҙы шул янсыҡ эслегенә ҡуйып теккәндәр. Быны һуғышҡа киткән, алыҫ сәфәргә юлланған кешеләргә биргәндәр.
5. Сөннәтләү – яңы тыуған баланы, йә булмаһа ауырыу кешене мунсала ҡарағай, шыршы, артыш ағасынан сыҡҡан йәшел һыуҙы алып, ҡиблаға ҡаратып, йыуындырған кешене, йә булмаһа үҙең кергәндә ҡиблаға ҡарау мотлаҡ, сүмес менән ошо һыуҙы алып, Аллаһы тәғәлә рөхсәте менән был донъяла сырхауһыҙ йәшә тип ҡойонорға. Унан һуң һөлгөгә һөртөнмәйенсә, тән кипкәс, һарымһаҡ йә булмаһа ҡыр йыуаһының бүлбеһен алып, шуларҙың тамыр өлөшөн киҫкәс, маңлайға яңы тулған ай һыны яһала. Был кеше бер ваҡытта ла сихыр, күҙ тейеү тигән нәмәгә бирешмәҫ.
6. Уң яҡта уң фәрештәләр булыр. Һәр ваҡытта йоҡонан торғанда, уң аяҡтан алда баҫ. Буҫаға тупһаһынан үткәндә, уң аяғынды беренсе атлатып сыҡ. Уң аяҡтан булһа, уңырһың.

Сихырҙы нисек итеп белеп була? Нисек һаҡланырға?

  1. Ишек, тәҙрә янында тутыҡ ҡаҙаҡ, энә, башҡа осло ҡаптырма кеүек әйберҙәрҙе күрһәң, ҡул менән тотмайынса, берәй нәмә менән берәй һауытҡа һепереп төшөр, йә булмаһа ҡыяғаҙ, башҡа нимә менән тотоп, үҙ ихата-йортоңдан сығарып, ергә күм. Кеше йөрөгән ер булмаһын. “Эй, Хоҙайым, ошо әйберҙәрҙе һинең рөхсәтең башҡарыуыңда кире хужаһына ҡайтарһаң ине”, – тип әйтергә. Ҡарашың ҡиблала булһын.
  2. Сәс, тырнаҡ төргәге, йә булмаһа башҡа әйберҙәрҙе кеҫәлә йә башҡа урында тапһағыҙ, ихатанан алып сығып яндырығыҙ. Үҙегеҙ ҡулланған мейестә булмаһын. Яндырғанда: “Үҙ теләктәрең үҙеңә афәт булып ҡайтһын”, – тип әйткәндәр.
  3. Сүп, йыуынты һыуҙарын төрлө урынға түгергә ярамай, ихатаның бер кеше йөрөмәй торған мөйөшөнә соҡор яһап, шунда түгеү файҙалы. Шулай эшләмәһәң, уң фәрештәләрҙе һул фәрештәләр еңер – ул ғаиләңә, яҡындарына сир булып ҡайтыр. Бәхетһеҙлек билдәһе – ауырыуға сәбәп булыр.
  4. Өй эсендә энә кеүек әйберҙәрҙе билгеле һауытта һаҡла. Бысаҡ, сәнске кеүек осло әйберҙәрҙең һәр ваҡыт осло өлөшө аҫҡа табан ҡарап торһон: йөҙө менән өҫкә ҡараһа, был ыҙғышҡа, уң фәрештәләр менән һул фәрештәләр араһында тауыш сығар. Балтаны тышта ҡалдырма, ишектән кергәс тә уң яҡҡа ҡуйһаң, яҡшыраҡ.
  5. Урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләрҙә һәр ваҡытта сәскә ата торған гөл ултырт: насар ниәттәге ҡараштар яҡшырыр, дәүләтең имен-аман булыр. Тыш яҡтағы тәҙрәләрҙе йыуғандан һуң тоҙло һыу менән сайҡаһаң, насар уйҙар берекмәҫ.

Дим буйы башҡорттарынан яҙып алынған фольклор материалдарынан төҙөлгән “Дәүләкән ынйылары” китабынан.

Автор: Лилия Такаева
Читайте нас