Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Июль 2025, 13:30

Крыжовниктан тиҙ генә әҙерләнгән тәмлекәс

Ҡышҡыһын был варенье йәй тәме менән ҡыуандырыр. Ҡайнатырға ла кәрәкмәй. Яҡшы һаҡлана. Бары 1кг крыжовник, 2 апельсин, 1.5 кг шәкәр генә кәрәк

Крыжовникты һалҡын һыу менән йыуып алығыҙ. 

Апельсинды ла яҡшылап йыуығыҙ. 

Крыжовник менән апельсинды (ҡабығы менән) ит турағыс аша үткәрегеҙ йәки блендер менән ваҡлағыҙ. 

Шәкәр менән болғатып, шәкәре иреп бөткәнсе ултыртып тороғоҙ.

Тәмлекәсте стерилләнгән банкаларҙа һаҡлағыҙ. 

Тәмле булһын!

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас