Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Июль 2025, 14:00

Еләктән ҡаҡ

Еләктең витамины тулыһынса һаҡлана. Әскелтем ҡаҡ бөтәһенә лә оҡшай

Еләктән ҡаҡ
Еләктән ҡаҡ

Ҡаҡ ҡойоу өсөн еләкте таҙартырға һәм һалҡын һыуҙа яҡшы итеп йыуырға кәрәк. Шунан блендер менән иҙеп, тәменә ҡарап шәкәр өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 1 – 2 минут ҡына бешереп алырға.

Артабан табаға тигеҙ итеп йәйеп һалып, ҡулға йәбешмәҫлек хәлгә еткергәнсе киптерергә. Ипләп кенә пергамент ҡағыҙын ҡаҡ менән бергә әйләндерергә һәм айырып алырға. Ысҡынмаған хәлдә, ситтәрен әҙ генә еүешләргә мөмкин.

Тәмле булһын!

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас