Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Июль 2025, 08:43

Баш ауыртһа, эс күпһә, бронхит ыҙалатһа...

Һиңә базилик ярҙам итер. Әйткәндәй, базиликты баҡсала ғына түгел, тәҙрә төбөндә лә үҫтереп була. 

БАЗИЛИК баш ауыртыуынан, бронхиттан, эс күбеүенән ярҙам итә.  

 

Базилик хуш еҫле менән айырылып тора. Уны ашҡа ла, сәйгә лә, бәлешкә лә ҡушып була. Базилик шулай уҡ дарыу үләне лә булып тора. 

Һиндостанда базиликты ҡайһы берәүҙәр атта «үләндәр батшаһы» тип тә әйтәләр. Базилик иммунитетты ла нығыта, инфекция менән дә көрәшә.

Европала базилик ярҙамында ашҡаҙан-эсәк трактын һәм нервы системаһын яҡшыртыу өсөн дә ҡулланалар. 

Рецепптар: 

Йүтәл, тымау тейеү, бронхит кеүек сирҙәрҙән: 

1. Яңы өҙөп алынған япраҡты турап, 1 аш ҡалағы һалып, 1 стакан ҡайнар һыуҙа бешерәбеҙ. 15 минуттан йылытып, көнөнә 3-4 тапҡыр бер-нисә аш ҡалағы эсегеҙ. 

 

Баш ауыртыуынан, мигрендан: 

 

* Яңы өҙөлгән япраҡтарвн иҙеп, 15-20 минутҡа маңлайға һалабыҙ. 

 

Эс күбеүенән , ашҡаҙан ауыртыуынан: 

 

* 1 балғалаҡ кипкән базиликты 1 стакан ҡайнар һыуҙа төнәтеп, ашар алдынан яртышар стакан эсәбеҙ. 

 

Стресс, сәбәпһеҙ борсолоу булғанда:

 

* Базилик , мелисса һәм ромашканы 1:1:1 миҡдарҙа алып, 10 минут төнәтәбеҙ һәм сәй кеүек эсәбеҙ. 

Иҫкәрмә: базилик бар кешегә лә килешмәүе ихтимал. Шулай уҡ ауырлы булғанда, бала имеҙгәндә, гипертония, йөрәктең йөрәктең ишемия ауырыуы булғанда, инфаркт миокарда, эпилепсия, ҡандың йыйылыу һәләте түбән булғанда һаҡ булығыҙ . 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас