-5 °С
Болотло
Бының өсөн беҙгә 1 килограмм ҡыяр; 1 литр һыу; йодланмаған 2 аш ҡалағы тоҙ; 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо; укроп, ҡарағат, сейә япрағы; ике-өс теш һарымһаҡ кәрәк буласаҡ. Иң тәүҙә тоҙ менән шәкәрҙе һыуҙа иретеп ҡуябыҙ. Табаҡ алып, төбөнә тәмләткес үләндәрҙе, һарымһаҡты, ике яҡ башы киҫелгән ҡыярҙарҙы һалабыҙ ҙа әҙерләгән тоҙло һыуҙы ҡоябыҙ.
Кетерләп кенә торған ҡыярҙарыбыҙ икенсе көнгә әҙер ҙә була. Ә инде тиҙ тоҙланған йәшелсәне ашап бөткәс, тоҙлоғона яңыларын һалып ҡуйырға ла була.
Тәмле булһын!