Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
19 Июнь 2025, 11:17

Диабет менән сирләүселәргә ҡыярҙың файҙаһы

Эйе, диабет менән сирләүселәргә ҡыяр бик тә файҙалы. Беренсенән, ул ни бары 30 минутта ҡандағы шәкәрҙе кәметергә ярҙам итә

Эйе, диабет менән сирләүселәргә ҡыяр бик тә файҙалы. 

Беренсенән, ул ни бары 30 минутта ҡандағы шәкәрҙе кәметергә ярҙам итә. 

Был йәшелсәне даими ашаған кешеләрҙә глюкоза кимәле генә кәмеп ҡалмай, шулай уҡ гипогликемия торошонда уны бер кимәлдә тоторға ярҙам итә. 

Ҡыярҙа углеводтар бик әҙ. Шуға ла ҡанда шәкәр кимәле артыҡ булған кешеләргә тап ҡыяр ашарға кәңәш ителә. 

Составында файҙалы кукурбитацин ҡушылмаһы бар. Был матдә бик күп ыңғай эффекттарға эйә һәм яман шеш һәм диабет дауалауҙа ҡулланылырға мөмкин. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор: Эльмира Киеккужина
Читайте нас