+5 °С
Болотло
Ике аҙнанан һуң - азотлы ашлама (10 литр һуға бер аш ҡалағы ашлама иҫәбенән), тағы ике аҙнанан суперфосфат (2 аш ҡалағы суперфосфатты 20 литр һыуҙа эретергә) мөмкин. Шулай уҡ, ике аҙна һайын коровяк (шыйыҡ һыйыр тиреҫе) һибеү ҙә кәбеҫтә уңышын арттыра. Ә инде ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолор өсөн, түбәндәге ҡатнашманы һибеп ҡарағыҙ. 3 литр һуға бер шешә валерианка, бер аш ҡалағы шыйыҡ һабын һалып болғатығыҙ. Әҙер төнәтмәне ҡоротҡостар зарарлаған кәбеҫтәгә һибегеҙ. Шунан һуң уны башҡа бөжәктәр борсомаҫ.
Ә мул уңыш йыйырға бер генә ай ҡалғас, кәбеҫтәне нашатырь спирты менән эшкәртәләр. Бының өсөн: бер шешә (40 г) нашатырь спиртын 5 литр һыуға һалып, ике ҡалаҡ шыйыҡ һабын өҫтәп һибәләр.