Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
18 Май 2025, 11:10

Бәпембә балының һаулыҡ өсөн файҙаһы бик ҙур

Уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡалайыҡ. Һыуыҡ ҡыш көндәрендә һалҡын тейеүҙән,  ашҡаҙанды көйләүгә, иммунитетты һәм кәйефте күтәреүгә иң шәп тәмлекәс ул...

300 грамм сәскәгә 1 килограмм шәкәр, ярты лимон, ярты литр һыу, 2 бөртөк ҡәнәфер тәмләткесе, 4-5 ҡарағат япрағы, 2 һабаҡ мелисса үләне кәрәк. Ҡарағат япрағы урынына сейәнекен йә ҡурай еләгенекен һалырға, цитрустарҙың ҡабығын, имбир, ванилин,  корица кардамон кеүек үҙегеҙ яратҡан тәмләткестәрҙе өҫтәргә лә мөмкин.

Һыу менән шәкәрҙән сироп ҡайнатабыҙ. Йыуып ҡоротолған сәскәләрҙе ҡушабыҙ ҙа 15 минут утта тотабыҙ. Лимон һуты, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ ҙә тағы биш минут ҡайнатабыҙ. Һөҙөп, стерилләнгән банкаларға һалабыҙ.

Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас