10 литр һыуға ярты сәй ҡалағы марганцовка, ярты сәй ҡалағы бор кислотаһы (эҫе һыуҙа ебетеп һалабыҙ), 15 тамсы йод, 2 аш ҡалағы нашатырь кәрәк.
Тәүҙә еләктәргә һыу ҡоябыҙ. Артабан ошо ашламаны ҡойоп сығабыҙ.
Баҡсабыҙ уңышты мул бирһен!