

100 г редиста организмға бер тәүлеккә кәрәк булған С витамины бар. Уның составында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкән антиоксиданттарҙың булыуы мөһим. Ғалимдар әйтеүенсә, редисты даими ашаған кешеләрҙең рак менән ауырып китеү мөмкинлеге 65% әҙәйә. С витамины күп булғанға был йәшелсә иммунитетты көсәйтә. Ә В витамины нервы системаһына яҡшы йоғонто яһай, йоҡоно яҡшырта, тынысландыра. Шулай уҡ редискала фитонцид – тәбиғи антибиотиктар бар. Киҙеү мәлендә, редисты ошо ауырыуҙы профилактикалау өсөн ҡулланалар. Атеросклероз, инсульт, инфаркт һ.б. йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан да ярҙам итә ул. Редистың составында булған горчица майы тәбиғи антисептик булып, эске органдарҙағы зыянлы микробтарҙы үлтерә. Шул уҡ ваҡытта панкреатит, гастрит менән ауырығандарға редисты ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк.
Редисты сәскәндән һуң 3-4 аҙнанан уны ашай башларға була. Күп баҡсасылар уны 10 көн һайын сәсә. Шул рәүешле редис уңышы йәй дауамында була.