+24 °С
Ямғыр
Картуфты ултыртҡанда ояға горчица онтағы менән төйөлгән әсе ҡыҙыл боросто һибегеҙ.
Ояға ҡыш буйы йыйып барған һуған ҡабыҡтарын һалығыҙ.
Проволочник килмәһен өсөн картуфлыҡҡа горцица сәсегеҙ. Ул ҡый үләндәрен дә бөтөрә.
10 литрлыҡ биҙрәнең яртыһына чистотел үләнен йолҡоп һалығыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 3-4 сәғәт төнәтегеҙ. Картуфҡа һибегеҙ. Был ысулды картуф күренгәс эшләйҙәр.
Әгәр картуфығыҙға проволочник төшһә, яңы тупраҡ түшәү сараһын күрегеҙ.
Уңышыбыҙ мул булһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.