+24 °С
Ямғыр
3 л йылымыс һыуға 1 пакетик дрожжи, 2 аш ҡалағы шәкәр һалырға ла, 2 сәғәткә йылы урында ҡалдырырға. Артабан 10 литрлыҡ лейкаға ҡойоп, өҫтөнә йылымыс һыу ҡойоп, еләктәргә ҡойорға.
10 л һыуға бер ус самаһы тауыҡ тиҙәген һалып, 2 көнгә ултыртып торабыҙ. Ашлар алдынан еләккә һыу ҡойоп сығабыҙ.
Ағас көлөн түтәлгә һибергә. Йәки 250 г көлдө 1 л ҡайнар һыуға бутап, бер тәүлеккә ҡуйып торабыҙ. Унан 10 л йылы һыуҙа болғатып, еләктәргә ҡоябыҙ. Баҡсабыҙ мул уңышлы булһын!