Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
9 Февраль 2025, 12:05

С витаминының күплеге менән лимон-апельсинды уҙғарып ебәргән

тоҙло кәбеҫтә коронавирус, гриппты үлтерә. Бының өсөн...

С витаминының күплеге менән лимон-апельсинды уҙғарып ебәргәнС витаминының күплеге менән лимон-апельсинды уҙғарып ебәргән
С витаминының күплеге менән лимон-апельсинды уҙғарып ебәргән

Тоҙланған кәбеҫтәлә С витамины бик күп. Был йәһәтән ул хатта лимон менән апельсиндарҙы уҙғарып ебәрә, ти диетологтар. Анемия менән яфаланғандарға итте, бауырҙы тоҙло кәбеҫтәгә ҡушып ашауҙы ғәҙәт итеп алырға кәрәк. Сөнки уларҙы бергә ашау тимерҙе үҙләштерергә ярҙам итә.

Табиптар коронавирусты үткәргән кешеләргә тоҙло кәбеҫтә ашарға ҡуша. Сөнки ундағы витаминдар хәлһеҙләнгән кешеләргә көс бирә, иммунитетты нығыта. Уның составындағы күҙәнәклек ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге өсөн һәйбәт, организмдағы шлак һәм токсиндарҙы сығара, бактерияларҙың сереүенә юл ҡуймай. Кәбеҫтәнең әсегән һуты аппетитты арттыра, геморрой һәм эс күбеү ваҡытында ла файҙалы. 

Көнөнә 200 г тоҙло кәбеҫтә ашау бик тә файҙалы. Ашҡаҙандың сей яраһы булған кешеләргә тоҙло кәбеҫтә ашау кәңәш ителмәй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас