Файҙалы кәңәштәр
9 Февраль 2025, 10:10

Ҡатыу йонсотамы? Баш, елкә, бил тотамы?

Укроп орлоғонан төнәтмә ярҙам итә. Бер әҙерләп алған төнәтмә оҙаҡҡа етә, ә иң мөһиме, бик эффектив булыуы менән айырыла

Бының өсөн 200 г укpoп орлоғон 250 мл араҡыға һалып, 2 аҙна төнәтегеҙ. 

Был төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ. 

Был рецептты биргән кеше 400 г укpoпa орлоғон 1:1 пропорцияла 500 мл спиpтты һыу менән ҡушып төнәткән. Ошондай төнәтмәне 3 тапҡыр эшләнек, ти. Бынан һуң иренең елкә, яурын тәңгәлендәге ҡатыуы бөтөп ҡала. 

Һау-сәләмәт булайыҡ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас