Әйҙәгеҙ, төшкөлөккө ошолай итеп духовкала бөйөрөк бешерәйек.
Бөйөрөк ҡамыры өсөн 300 мл һөт, 150 г аҡ май, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы әсетке, 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 йомортҡа һарыһы, 700 г он кәрәк була.
Эслеккә 350 г фарш, 4 бешкән картуф, 2 баш һуған, 1 ус йәшелсә кәрәк була.
Йылы һөткә тоҙ, шәкәр, 2 йомортҡа һарыһы ҡушып болғатабыҙ. Унан аҡ май һәм он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. 1 сәғәттәй йылы урынға ултыртып торабыҙ.
Эслекте фарш, һуған, ҡара борос һәм үҙегеҙ теләгән тәмләткесте ҡушып эшләйбеҙ. Шулай уҡ иҙелгән картуфтан да эшләп була.
Бер аҙ ҡалҡҡан ҡамырҙан йоморламдар эшләйбеҙ. Унан йәйәбеҙ. Эслек һалып, видеолағы кеүек бөрәбеҙ. Өҫтөнә йомортҡа һарыһын һылап, кунжут һибергә була.
Әҙер бөйөрөктәрҙе 180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 35 минуттай бешереп алабыҙ. Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!