+1 °С
Болотло
Йоҡо – һаулыҡ сығанағы
Йоҡоһоҙлоҡ мейенең фронталь һәм ҡараңғы өлөшөндә әүҙемлекте һиҙелерлек кәметә, был ҡарарҙар ҡабул итеү һәм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яуаплы.
#Иммунитетты ҡаҡшата. Әгәр аҙ йоҡлаһаң, вирус инфекцияһы һәм башҡа ауырыуҙар тиҙ йоға.
Йоҡоһоҙлоҡ ҡартайта. Мелатонинды юҡҡа ғына йәшлек гормоны, тип әйтмәйҙәр бит. Ул көслө антиоксидант булып тора. Метаболизмды, эндокрин системаны көйләй.
Һимертә. Тән етерлек кимәлдә ял итмәһә, уны компенсациялау өсөн асыҡтыра.
Йоҡо туймау йоҡоһоҙлоҡ проблемаһын тыуҙыра. Йоҡоһоҙлоҡ йоҡо туймауға алып килә. Ә был хроник арығанлыҡҡа дусар итә. Ә уныһы депрессия сығанағы.