Әйҙәгеҙ, кискелеккә өлөш бешерәйек. Бының өсөн башта ҡамыр баҫып алабыҙ.
Ә ҡамыр сөсө була. Уны 1 стакан ҡайнар һыу, ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ майонез, тоҙ, бер семтем шәкәрҙе һәм етерлек он ҡушып баҫабыҙ. Ҡамыр әҙер булһын өсөн бер аҙ ултырып торорға тейеш.
Эслеккә тауыҡ ите, башлы һуған, картуф, тоҙ, борос ҡушалар.
Башта тауыҡ итен ваҡ итеп турайбыҙ. Ә һуғанды блендер менән иҙәбеҙ. Унан икеһен бергә ҡушып болғатабыҙ һәм бер аҙ ултыртып торабыҙ.
Картуфты ла ла ваҡ итеп турайбыҙ.
Хәҙер инде башҡа ингридиенттарҙы ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ.
Ул арала ҡамыр әҙер булды. Уны ваҡ өлөштәргә бүлеп, йәйеп сығабыҙ. Унан эслек һалып, сит яғын бөрөп йәбештерәбеҙ.
180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 25 минут бешереп алғандан һуң, тишегенә бер аҙ һыу йәки һурпа ҡоябыҙ. Унан йәнә 20 минуттай (бәлки аҙыраҡ) духовка ҡыҙыулығынан тора, бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!