+1 °С
Болотло
ТӨНГӨЛӨККӘ БАЛ АШАП ЯТЫУҘЫҢ үҙ сәбәптәре бар. Ул тәнде лә, йәнде лә дауалай.
Бал йоҡларға ярҙам итә
Балды тәбиғи тынысландырыусы, тип атайҙар. Ул мелатонин етештереүгә булышлыҡ итә.
Төнгөлөккә ҡабып ятҡан 1 балғалаҡ бал яҡшы ял итеүҙең нигеҙе. Балдан һуң ромашка сәйе эсһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы.
Бал тире аҫтындағы майҙы яндыра
Тап төндә майҙы яндырыу механизмдары эшләй башлай. Балдың майҙы яндырыу тәьҫире матдәләр алмашыныуын тиҙләтеүгә нигеҙләнгән.
Иммунитетты нығыта
Һарымһаҡты таҙартып, ваҡ итеп турағыҙ ҙа өҫтөнә бал ҡойоғоҙ.
Төнгөлөккә ҡабып ятҡан 1 балғалаҡ бал иммунитетты нығытыусы эффект бирә.