Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Октябрь , 13:40

Ҡышҡылыҡҡа щи әҙерләйек

Тиҙ ҙә, тәмле лә

1,5 килограмм кәбеҫтәгә 600-әр грамм помидор, һуған, татлы борос, 200 грамм кишер, ярты стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, ярты стакан уксус, ярты стакан үҫемлек майы кәрәк. Кәбеҫтәне турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Татлы боросто һаламлап ҡырҡабыҙ. Помидорҙы киҫәктәргә бүләбеҙ. Йәшелсәләрҙе бергә ҡушып, 15 минут ҡайнатабыҙ. Үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр һалып, тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Аҙағында уксус ҡоябыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ ҙа ҡаплап ҡуябыҙ. Һыуынғансы көпләп тотабыҙ. Ҡышын һурпала картуф бешерәбеҙ ҙә ошо щи һалынһа тел йоторлоҡ тәмле була. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: