Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
12 Октябрь , 17:35

Киҙеү, коронавирус йоҡмаһын өсөн 9 үлән

Был төнәтмә төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлау көсөнә эйә. Бар дарыу үләндәре лә аптекала бар. Сәйгә бер аҙлап ҡушып эсергә лә була...

Дарыу үләндәре төнәтмәһе был ауырыуҙарҙан һаҡланырға ярҙам итә. Туғыҙ үлән төнәтмәһе айырыуса көслө һөҙөмтә бирә. Һары мәтрүшкә, баллыҡай, ҡылыс үләне (аир), күк мәтрүшкә, ялан яраны, шалфей, ҡурай еләге япрағы, май айында йыйылған ҡайын япрағы, андыҙ тамыры тигеҙ итеп  алына. Ошо ҡатнашманы дүрт аш ҡалағы күләмендә термосҡа һалып, бер литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 20 минут тоталар. Унан һыуы менән икенсе һауытҡа ауҙарып, тағы 30 минут тотҡас, һөҙөп алалар. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда йылымыс көйө ¼ стакан эсергә кәрәк.

Был һеҙҙе төрлө киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлар. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: