Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
11 Сентябрь , 11:35

Өйҙә бешергән нәмәне ашамай, уларға кафелағы пицца ла, чипсы ғына кәрәк

тигән балаларығыҙ ҙа был ризыҡты рәхәтләнеп ашаясаҡ...

Өйҙә бешергән нәмәне ашамай, уларға кафелағы пицца ла, чипсы ғына кәрәк
Өйҙә бешергән нәмәне ашамай, уларға кафелағы пицца ла, чипсы ғына кәрәк

Мантыға һымаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Онға 2-3 йомортҡа, һалҡын һыу, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, бер семтем тоҙ өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы ҡаплап торабыҙ ҙа, эслек әҙерләйбеҙ.

Ҡырғыс аша үткәрелгән йәки ваҡ шаҡмаҡлап туралған картуфҡа, ҡырғыстан үткән кишер, фарш, тоҙ, борос, һуған, көнбағыш майы ҡушабыҙ. Әгәр фарш булмаһа, йәшелсәләр менән генә лә бешерергә була. Улай ҙа бик тәмле килеп сыға.

Бер өлөш ҡамырҙан йәймә йәйгәс, эслекте һалабыҙ ҙа, ипләп кенә урайбыҙ. Шунан манты тәрилкәһенә һалып, бешерергә ҡуябыҙ. Ярты сәғәттән әҙер була.

Аштарыбыҙ – тәмле, үҙебеҙ бәхетле булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: