Сөгөлдөр, кишерҙе ҡаҙып алғанда, көрәк тейеп ҡалғанын ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалмағыҙ. Улар насар һаҡланасаҡ.
Кишер менән сөгөлдөрҙө һаҡлауҙың иң уңайлы ысулы – уны ҡом менән аралаштырып һаҡлау.
Сөгөлдөрҙө йыуып, өлөштәргә бүлеп, туңдырғыста һаҡларға була.
Кишерҙе ҡырғыс аша ҡырып, туңдырғыста һаҡларға мөмкин. Ҡышҡыһын борщ, былау йәки башҡа төрлө ризыҡ әҙерләгәндә ҡушып ебәреүгә бик йәтеш.
Таҙа кишер һәм сөгөлдөрҙө генә баҙға төшөргөгөҙ килһә, тимәк, уны йыуып, киптереп целлофан ҡапсыҡтарҙа һаҡларға була. Был осраҡта уларҙың осон һәм төбөн ҡырҡырға кәрәк.
Картуф сөгөлдөр менән генә яҡшы “күрше” буласаҡ. Сөгөлдөрҙө картуфтың өҫтөнә һалырға кәрәк. Сөнки ул картуфтың артыҡ дымын үҙенә тартасаҡ, ә сөгөлдәргә оҙаҡ һаҡланыр өсөн дым кәрәк.
Картуфты тишектәр уйылған йәшниктәргә һалып һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Тик күптәрҙең ундай мөмкинселеге юҡ. Шуға күрә картуфты таратып һалып һаҡлайбыҙ. Бындай осраҡта картуфты ҡоро бысҡы вағы менән аралаштырып һалығыҙ. Улар картуфтың артыҡ дымын үҙенә һеңдерәсәк. Һаҡланасаҡ уңышығыҙға кипкән миләш япраҡтарын да ҡушып һалыу отошло буласаҡ. Сөнки был япраҡтар зарарлы микробтарҙы үлтерә, тимәк, картуфты сереүҙән һаҡлаясаҡ.
Кишер һәм сөгөлдөрҙө киләһе йыл шул уҡ түтәлгә ултырмағыҙ. Уңыш насар буласаҡ. Был түтәлдәргә помидор, баклажан, шалҡан, еләк ултыртырға була.
Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырырға. Ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа.
Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалырға. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай, әммә иретергә кәрәкмәй, сөнки былйырап, формаһын юғалта.
Помидорҙы ит турағыс аша үткәреп, бәләкәй пластик шешәләргә ҡойоп туңдырығыҙ. Ул балыҡ, макарон, итле ризыҡтарҙы әҙерләгәндә тәмләткес булараҡ ҡулланыуға ярап ҡала.
Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғала.