-4 °С
Болотло
Алмаларҙы йыуып, турағыҙ ҙа, бер сөгөлдөрҙө йыуып, турап әҙерләп алығыҙ. Стерилләнгән 3 литрлыҡ банкаға алманы һәм сөгөлдөрҙө һалабыҙ. Бер бәләкәй сөгөлдөр өс банкаға етә. Өҫтөнә 1 стакан шәкәр һалып, ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Биш минут ултырғас, тағы берҙе һыуын кәстрүлгә ҡойоп ҡайнатып алығыҙ. Унан банкаға кире ҡойоп, стерилләнгән ҡапҡас менән ябып, түңкәреп ҡуйығыҙ. Тәмле һәм файҙалы компот һәр кемгә оҡшаясаҡ, ә сөгөлдөр һалынғанын үҙегеҙ әйтмәһәгеҙ бер кем һиҙмәйәсәк тә. Бына шулай. 3 банка компот ябыуға 20 минут тирәһе ваҡыт етә. Ялдар файҙалы үтһен!