Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Август , 12:05

Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа

Шулай уҡ был май һалҡын төшкәс алмаштырғыһыҙ ярҙамсыға әйләнәсәк. Әле уны эшләп алыу өсөн иң шәп ваҡыт. Уны әҙерләүе тиҙ һәм еңел. Теләк кенә булһын! Шулай итеп, ямғырҙан һуң ҡуйы булып ҡалҡып сыҡҡан әремдең өҫкө өлөшөн йыйығыҙ...

Әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыябыҙ. Йәш үләндәрҙе һайларға кәрәк!

Банканың яртыһына туралған ваҡланған үләнде һалып, өҫтөнә таҙартылмаған көнбағыш майын ҡоябыҙ. Бер ай ҡараңғы урында тотҡас, һөҙөп алырға.

Әрем майы – быуындар һыҙлағанда шәп дауа. Йәрәхәт урынына һөртөргә мөмкин. Һеңер тартылып, аяҡ-ҡул һыҙлағанда килешә. Шулай уҡ был май иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: