+21 °С
Облачно
Ҡабығынан һәм орлоҡтарынан таҙартылған ташҡабаҡты (кабачки), тышы әрселгән сөгөлдәрҙө эре ҡырғыстан ҡырып, ярымтүңәрәкләп туралған һуған, тоҙ, май, шәкәр, уксус ҡушып болғатабыҙ ҙа 30 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Һуңынан ошо массаны 40 минут быҡтырып алғас стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ ҙа, банкаларҙы әйләндереп ҡуйып юрған аҫтында һыуынғансы тотабыҙ.
Был салаттың үҙен айырым да, башҡа ризыҡҡа ҡушып ашау ҙа бик тәмле.