Файҙалы кәңәштәр
19 Август 2024, 05:50

Тубыҡланып йөрөү

кемдәргә файҙалы һәм нимәнән ярҙам итә?

Тубыҡланып йөрөүҙе ҡытай медицинаһы бик күп ауырыуҙан дауалау ысулы тип иҫәпләй. Хатта тубыҡ быуындары ауыртҡан кешеләр ҙә был ҡытай техникаһын ҡулланып ҡарай ала.
Ысынлап та, был ысулдың башҡа физик күнекмәләргә ҡарағанда өҫтөнлөгө күп. Уның бөйөр һәм бауыр ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур. Сөнки тубыҡта эске органдарҙыңэшмәкәрлеген көйләүсе нөктәләр урынлашҡан.

Күнекмәгә көнөнә 15-20 минут ваҡыт бүлеү ҙә етә. Иҙәнгә йомшаҡ түшәк түшәйһең дә, тубыҡтарға ғына таянып, ашыҡмай ғына йөрөйһөң. Тубыҡҡа көс төшкәндә, карауатта йөрөргә мөмкин. Һуңынан аяҡтарҙың мускулдары нығынғас, иҙәнгә лә төшөргә була.
Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас