Файҙалы кәңәштәр
10 Август 2024, 09:20

Тәмле бәлеш

Ҡамырҙы ике төрлө ысул менән баҫырға була.    Тәүгеһе:    1 стакан һыу, 2 аш ҡалағы майонез, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, кәрәгенсә он алына.         Икенсе ысул:    1 ҡап магазин ҡаймағы, 1 ҡап май, 1 балғалаҡ тоҙ, он, семтем тоҙ алына.    Эслек өсөн шаҡмаҡлап туралған һуған, картуф, 

Тәмле бәлешТәмле бәлеш
Тәмле бәлеш

Ҡамырҙы ике төрлө ысул менән баҫырға була. 

Тәүгеһе: 

1 стакан һыу, 2 аш ҡалағы майонез, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, кәрәгенсә он алына.  

 

Икенсе ысул: 

1 ҡап магазин ҡаймағы, 1 ҡап май, 1 балғалаҡ тоҙ, он, семтем тоҙ алына. 

Эслек өсөн шаҡмаҡлап туралған һуған, картуф, ҡош ите, тоҙ, төйөлгән зира, укроп орлоғо һәм борос һалып болғатабыҙ. 

Ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ярты сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Унан 3 киҫәккә бүлеп, береһен ҙурыраҡ итеп йәйәбеҙ. Унан майланған табаға матурлап һалабыҙ. Эслекте таратып һалабыҙ һәм ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп ҡаплайбыҙ. 

Бәлеште 200 градуслы мейестә 2 сәғәт тирәһе ваҡытта бешереп алабыҙ. 

©Зөһрә Вәлиуллина

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас