Файҙалы кәңәштәр
4 Август 2024, 12:00

Дегәнәк һыуына ураныу

организмды токсиндарҙан, тоҙҙарҙан таҙартырға, ҡысынғанда, химиотерапия, артрит, экзема, аллергия, Бехтерев ауырыуы, ревматизм ваҡытында ярҙам итә. Быны эшләүе ауыр түгел...

Дегәнәк һыуына ураныуДегәнәк һыуына ураныу
Дегәнәк һыуына ураныу

Был бик эффектив һәм яҡшы ярҙам иткән ысул.

200 г ваҡланған тамырҙы 2 литр һыуҙа 20-30 минут ҡайнатығыҙ. Ике япманы ошо һыуға манып алып, ауырыуҙы 1,5-2 сәғәткә уларға төрөп һалырға кәрәк. Процедура ваҡытында йүкә сәскәһе, дегәнәк тамырына 2 сәй ҡалағы бал өҫтәп ҡайнар сәй эшләп эсергә. Был ысул организмды токсиндарҙан, тоҙҙарҙан таҙартырға, ҡысынғанда, химиотерапия, артрит, экзема, аллергия, Бехтерев ауырыуы, ревматизм ваҡытында ярҙам итә. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр төрөнөргә кәрәк. Курс 10-15 процедура һәм унан күберәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас