Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Телеңде йоторлоҡ кабачки икраһы

Был салатты мотлаҡ ҡышҡылыҡҡа әҙерләгеҙ. Ашап бөткәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Ҡунаҡтар рецебын да, күстәнәскә лә һорайҙар...

Телеңде йоторлоҡ кабачки икраһы
Телеңде йоторлоҡ кабачки икраһы

5 кг кабачки, 400 г майонез (юғары процентлыһы яҡшыраҡ булыр), 200 г томат пастаһы, 150 г үҫемлек майы, 25 мл аш һеркәһе, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 сәй ҡалағы ҡара борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр алына. Ҡалын кәстрүлдә майҙы ҡыҙҙырығыҙ, уға һуған, унан кишерҙе һалып ҡыҙҙырығыҙ. Артабан туралған кабачки һәм томат пастаһын өҫтәгеҙ. Ул үҙ һутында йомшарғансы бешергә тейеш. Артабан һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр, ҡара боросто өҫтәгеҙ. Һәм әкрен утта ике сәғәт тирәһе тотоғоҙ. Артабан тәмләп ҡарағыҙ, кәрәк булһа тоҙ өҫтәгеҙ. Унан ҡара борос, аш һеркәһен һалып тиҙ генә болғатығы ҙа, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастар менән ябығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: