Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәшмәкме? Юҡ, кабачки!

Ташҡабаҡтан (кабачки)әҙерләнгән был салатты ашап ҡарап ҡунаҡтарығыҙ уны бәшмәк менән бутаясаҡ. Әллә нисә ҡыш һаҡлана, әммә ғәҙәттә иң тәүҙә баҙҙан ошо салат иң тәүҙә китеп бөтә. Бик тәмле!

1,5 кг ташҡабаҡҡа 1 баш һарымһаҡ, 30 г тоҙ, 65 г шәкәр, 30 г укроп, 90 мл үҫемлек майы, 90 мл аш һеркәһе алына.

Ташҡабаҡтың ҡабығын һәм эсен таҙартып, шаҡмаҡлап, һарымһаҡ, укропты ваҡ ҡына итеп турағыҙ ҙа, тоҙ, шәкәр, унан май һәм аш һеркәһен ҡойоп, яҡшылап болғатығыҙ. Өҫтөн ябып, ике сәғәт маринадланырға ҡалдырып тороғоҙ. Әленән-әле болғатығыҙ. Бәләкәй банкаларҙы (05 л, 0,7 л) аш содаһы менән яҡшылап йыуығыҙ. Ике сәғәттән һуң ташҡабаҡтарҙы шунда тултырабыҙ. Ҙур һауыттың төбөнә таҫтамал һалып, йылы һыу ҡойоп (һыу банканың ауыҙына 1,5 см етмәҫкә тейеш) эсенә банкаларҙы ҡуйып ҡайнатығыҙ. Унан алда стерилләп алынған ҡапҡастар менән банканы ҡаплап тороғоҙ. 15-20 минуттан һуң банкаларҙы алабыҙ, ҡапҡастарҙы нығытып ябабыҙ һәм һыуынғансы ҡалын япма аҫтына түңкәреп ҡуябыҙ. Бик оҙаҡ һаҡлана, бөтөнләй боҙолмай. Тикшерелгән) йөҙ тапҡыр)

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: