Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йоҡоң татлы булһын өсөн

Был үләндәрҙән яҫтыҡ эшлә.    Тәүге урында ала лаванда, вербена һәм ҡомалаҡ тора.   150-шәр грамм кипкән лаванданы, вербенаны, ҡомалаҡты, 2 аш ҡалағы онталған фиалканы бергә ҡушып бутап, сепрәк моҡсайға һалығыҙ.        2. Әрем, бөтнөк һәм мелиссанан әҙерләнгән яҫтыҡ та бик файҙалы. 2 өлө

Йоҡоң татлы булһын өсөн
Йоҡоң татлы булһын өсөн

Был үләндәрҙән яҫтыҡ эшлә. 

Тәүге урында ала лаванда, вербена һәм ҡомалаҡ тора.

150-шәр грамм кипкән лаванданы, вербенаны, ҡомалаҡты, 2 аш ҡалағы онталған фиалканы бергә ҡушып бутап, сепрәк моҡсайға һалығыҙ. 

 

2. Әрем, бөтнөк һәм мелиссанан әҙерләнгән яҫтыҡ та бик файҙалы. 2 өлөш әремдән, 1 өлөш бөтнөктән, 1 өлөш мелиссанан, 1/2 өлөш ромашканан,  1 өлөш еркәүектән (таволга) торған яҫтыҡ әҙерләгеҙ. 

 

3. Сираттағы яҫтыҡты пижма, ҡандала үләне (донник) һәм лаванданан эшләйҙәр. Бының өсөн бер өлөш пижма, 1 өлөш ҡандала үләне, лаванда алына. 

 

4-се урында ромашка менән розмарин тора. Бер өлөш ромашканы, 1 өлөш меңъяпраҡты, 3 өлөш розмаринды онтап яҫтыҡ тегегеҙ. 

Хәйерле төн! Татлы төштәр күрегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: