Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ашҡаҙанға дауа

Базилик шәмәхә (фиолетовый) һәм йәшел төҫтә була. Уларҙың икеһе лә берҙәй файҙалы.  Базилик шулай уҡ бәүел ҡыуығында таш булғанда, бөйөр ауыртҡанда ярҙам итә. Нервы системаһын тынысландыра, баш ауыртыуына ярап ҡала. Баш мейеһенең ҡан әйләнеше боҙолоуы хәүефен кәметә. Һәр төрлө ағыуҙарҙың тәьҫирен нейтралләштерә.  Ашҡаҙан ауыртҡанда түбәндәге төнәтмәне әҙерләгеҙ:  

Ашҡаҙанға дауа
Ашҡаҙанға дауа

Базилик шәмәхә (фиолетовый) һәм йәшел төҫтә була. Уларҙың икеһе лә берҙәй файҙалы. 

Базилик шулай уҡ бәүел ҡыуығында таш булғанда, бөйөр ауыртҡанда ярҙам итә. Нервы системаһын тынысландыра, баш ауыртыуына ярап ҡала. Баш мейеһенең ҡан әйләнеше боҙолоуы хәүефен кәметә. Һәр төрлө ағыуҙарҙың тәьҫирен нейтралләштерә. 

Ашҡаҙан ауыртҡанда түбәндәге төнәтмәне әҙерләгеҙ:

Был төнәтмәгә мотлаҡ яңы өҙөлгән базиликты ҡулланыу мөһим. Әйткәндәй, уны тәҙрә төбөндә лә үҫтереп була. 80 градусҡа тиклем ҡайнатылған һыуҙа 20 минут төнәтелә. Унан сәй кеүек эсергә кәрәк. 

Тымау тейгәндә, йүткергәндә, температура күтәрелгәндә:

1 аш ҡалағы кипкән базиликтың өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Унан 10 минут төнәтегеҙ. Был төнәтмәне көнөнә 2-3 тапҡыр сәй кеүек эсегеҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ! 

Ашҡаҙанға дауа
Ашҡаҙанға дауа
Ашҡаҙанға дауа
Ашҡаҙанға дауа
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: