Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һыу ингәндә

контакт линзаларҙы мотлаҡ сисегеҙ. Йомшаҡ контактлы линзалар күҙәнәкле, шуға күрә микробтар эскә үтеп инә һәм үрсей ала...

Бассейнда һәм һыу ятҡылыҡтарында контактлы линзаларҙа йөҙөргә ярамай, тип билдәләй Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре. Сәбәбе -һыуҙа теләһә ниндәй микроорганизмдарҙың күп булыуы. Йомшаҡ контактлы линзалар күҙәнәкле, шуға күрә микробтар эскә үтеп инә һәм үрсей ала. Бынан тыш, бассейндан хлорланған һыу линза аҫтына эләгеүе мөмкин, ә күҙ мөгөҙсәһенең уның менән оҙайлы бәйләнеше химик яныу алыуға килтереүе ихтимал. Шулай уҡ йылға һыуы ла линза аҫтына инеп, күҙҙе ярһыта. Йөҙөү ваҡытында линзаларҙы ғәҙәти күҙлек менән алмаштырығыҙ. Бер тапҡыр ҡулланыла торған линзаларҙа йөҙөргә була, әммә һыу үткәрмәгән йөҙөү күҙлеген кейеү мотлаҡ. Әгәр шулай ҙа линзаларҙа һыу индегеҙ икән, уларҙы сисеп кәмендә 24 сәғәт дезинфекцияларға кәрәк. Был күҙ инфекцияларын тулыһынса һаҡлай тигәнде аңлатмай, әммә хәүефте кәметә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: